-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 14:19

ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын үҫтереү өсөн йөкләмә әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын үҫтереү өсөн йөкләмә әҙерләргә ҡушты.
Был турала республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Атап әйткәндә, 2024 йылға тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 21,7 миллион һум субсидия бүленгән.
«Һәр муниципалитетҡа дөйөм суммаһы 21 741,9 мең һумлыҡ 69 мобиль спорт ҡорамалы комплекты һатып алынған», — тине ведомство етәксеһе.
Әйткәндәй, ГТО комплексының электрон мәғлүмәттәр базаһында әлеге ваҡытта 515 кеше теркәлгән. Йыл аҙағына республиканың Спорт министрлығы был һанды 550 меңгә еткерергә йыйына.
Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында хәҙер 68 һынау үҙәге эшләй (Бөрөлә һәм Стәрлетамаҡта икешәр үҙәк).
Комплекс 11 йәш төркөмөндә (6 йәштән башлап 70 йәшкә тиклем һәм өлкәнерәктәр) спорт нормативтарын ҡабул итеүҙе күҙ уңында тота. Республикала йәшәгән һәр кем ГТО комплексы нормативтарын үтәй башлаһын түбәндәге аҙымдарҙы яһарға кәрәк:
1-се аҙым – www.gto.ru сайтында теркәлеү;
2-се аҙым – табип рөхсәтен алыу;
3-сө аҙым – ГТО-ны һынау үҙәктәрендә һынауҙарҙы үтәү (һәр ҡалала йәки районда), һынауҙар исемлеге слайдта;
4-се аҙым – тантаналы шарттарҙа отличие билдәһен тапшырыу.