Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 13:09

Сираттағы температура рекорды

Өфөлә уҙған йәкшәмбелә сираттағы температура рекорды теркәлгән – бер айҙа бишенсе тапҡыр. Ә Салауат ҡалаһында температура +35 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.

Өфөлә уҙған йәкшәмбелә сираттағы температура рекорды теркәлгән – бер айҙа бишенсе тапҡыр. Ә Салауат ҡалаһында температура +35 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.
23 майҙа көндөҙ, кисәге кеүек, республиканың баш ҡалаһында һауа температураһының абсолют максимумы теркәлгән. Өфө-Дим станцияһында термометр бағанаһы +32 градусҡа еткән, ә 1967 йылда был көндә +31,5 градус күрһәткән.
Республикала атмосфера фронты зонаһында һауа температураһы төрлөсә булған: төньяҡ-көнбайышта +22-нән көньяҡта +35,4 градусҡа тиклем (Салауат метеостанцияһында).
Фото: donday-shakhty.ru
Читайте нас: