Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2021, 10:11

Фольклориадала 37 дәүләт ҡатнаша

Бөтә донъя фольклориадаһында 37 дәүләт ҡатнашыуын раҫланы. Улар араһында Испания, Австрия, Ҡушма Штаттар, Колумбия, Мексика, Италия, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре, Африка континенты, алыҫ һәм яҡын Көнсығыш вәкилдәре бар.

Күләмле сара Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан ҡабул итә. Ойоштороусылар барлығы 50 сит илдең рәсми делегацияһын көтә. Мәҙәниәт олимпиадаһы тип тә йөрөтөлгән халыҡ-ара фольклориада былтыр үтергә тейеш ине, әммә пандемия сәбәпле кисектерелде. Фольклориада 3 июлдә «Өфө Арена» боҙ һарайында асыла.
Читайте нас: