– 1 мең 302 сығарылыш синыф уҡыусыһы юғары уҡыу йортона инергә планлаштырмай. Улар урта дөйөм белем биреү тураһында аттестат алыу өсөн ике фәндән – математиканан һәм урыҫ теленән дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшыра, – тине ул.
Айбулат Вәкил улының һүҙҙәренсә, имтихандарҙа барлығы 19 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы ҡатнашасаҡ, шуларҙың 17 мең 690-ы БДИ бирәсәк. Быйылғы уҡыу йылында сығарылыш синыф уҡыусылары урыҫ теле, йүнәлешле математика, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, информатика һәм коммуникатив-мәғлүмәт технологиялары фәндәрен күп һайлаған. Берҙәм дәүләт имтихандары 164 пунктта үткәреләсәк, шуларҙың 100-ө белем биреү учреждениеларында урынлашҡан.