Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 15:01

Алдан тауыш биреү бара

Илдә ”Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүе бара. Сара электрон форматта уҙа.

Илдә ”Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүе бара. Сара электрон форматта уҙа.
Башҡортостанда праймеризда ҡатнашыу исемлегенә 151 кандидат индерелгән, араларында 57 проценты - партия ағзаһы, 16 проценты – уның яҡлылар, 21 проценты – партияһыҙҙар. Алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк комитеты секретары урынбаҫары Константин Толкачев ошо хаҡта белдерҙе.
Атап әйткәндә, кандидаттарҙың 70 процентын ирҙәр тәшкил итә, йәштәр – 35, 36-50 йәштәгеләр – 45 процент. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары араһынан һигеҙ кеше Дәүләт Думаһы һайлауында көсөн һынап ҡарау маҡсатында алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу теләген белдергән.
Исемлектә 35 кеше ирекмән булһа, 27 процентын – мәҙәниәт, мәғариф, фән, спорт, 15 процентын – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, 13 процентын сәнәғәт вәкилдәре тәшкил итә. Праймеризда ҡатнашҡандарҙың алтауһы - һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, етәүһе – эшһеҙ, икәүһе – пенсионер.
23 майҙа партияның үҙәк башҡарма комитетында алдан тауыш биреүҙең электрон шифрлау асҡыстарын бүлеү процедураһы үтте. Был ҡатнашыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәренең хәүефһеҙлеге, шулай уҡ тауыш биреүҙең серлелеге тәьмин ителгәнлеген күрһәтә. Система партия белгестәре менән дә, шулай уҡ IT-эксперттары менән дә күп баҫҡыслы тест үтте. Ул тулыһынса яҡланған. Тауыштарҙы бөтә төбәктәрҙә лә 30 май кис, алдан тауыш биреү тамамланыу менән, иҫәпләй башлаясаҡтар һәм электрон шифрлау асҡыстары тоташтырыласаҡ.
Башҡортостанда барып тауыш биреү өсөн берҙәм федераль округ буйынса 483 меңдән ашыу бюллетень әҙерләнәсәк, шунса һанда алты бер мандатлы округ буйынса ла.
Константин Толкачев һөйләүенсә, Өфө ҡала Советына һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә көнәркәшлек ҙур. Унда 208 кеше теркәлгән.
“Һандар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда алдан тауыш биреү таралыу яулай. Ул партияға республиканы Дәүләт Думаһында лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ иң яҡшы кандидатты билдәләргә, уларҙың кимәлен баһаларға ярҙам итә. Республикала 150 меңдән ашыу кеше электрон форматта тауыш бирергә теләк белдерҙе һәм тәүге сәғәттәрҙә үк 1700 һайлаусы үҙ мөмкинлеген файҙаланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан тауыш биреү сайты DDoS-һөжүмгә дусар булды, әммә ул юғары яҡланған һәм сараны уҙғарыуҙа был сағылмаясаҡ. 30 майҙа 608 иҫәп участкаһында беҙҙең һайлаусылар күпләп ҡатнашыр тип ышанабыҙ”, – тип белдерҙе Константин Толкачев.
Ҡатнашҡан кешеләрҙең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн санитар-эпидемиологик саралар күреләсәк. Йәғни улар шәхси һаҡланыу әйберҙәре, санитайзерҙар менән тәьмин ителәсәк.
Алдан тауыш биреү һөҙөмтәһе 1 июндә билдәле була, сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар тәүҙә 10 июндә үтәсәк төбәк партия конференцияһында раҫланасаҡ. Дәүләт Думаһына депутаттарҙың һуңғы исемлеге иһә 19 июндә ойоштороласаҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында билдәле була.
28 майға тиклем алдан тауыш сайтында теркәлергә кәрәк. Сара 24 майҙан 30 майға тиклем “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон формала бара. Урындарға барып тауыш биреүселәр өсөн участкалар 30 майҙа эшләй.
Читайте нас: