Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 12:06

COVID-19 йоҡтороп ҡайтыу осраҡтары арта

Башҡортостан биләмәһендә йәнә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороп ҡайтыу осраҡтарының артыуы теркәлгән.

Башҡортостан биләмәһендә йәнә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороп ҡайтыу осраҡтарының артыуы теркәлгән.
Был хаҡта брифингта республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, башлыса сирҙе башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр һәм урындағы халыҡ сит илдән «алып ҡайта».
«60 йәшлектәр һәм өлкәнерәктәр араһында ауырыуҙың юғары проценты һаҡлана. Бөтә йәш төркөмөндәге балалар араһында сирләү осраҡтары кәмей бара», — тине чиновник.
Министрлыҡ вәкиле билдәләүенсә, бөгөнгә инфекциянан берҙән-бер һаҡланыу сараһы – вакцина. Дөйөм алғанда, республикала эпидемиологик хәл тотороҡло.
Читайте нас: