Июнь айында Башҡортостандың баш ҡалаһында ниндәй һауа торошо буласағы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты.
«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, йәйҙең тәүге айында ҡалала аномаль эҫелек көтөлмәй. Июндең тәүге аҙнаһында ғына термометр бағанаһы +30 градусҡа тиклем күтәрелә. Һуңынан ете көнлөк ямғырлы осор башлана. Һауа температураһы түбәнәйә һәм +21 градус тирәһе була.
Ай аҙағына тиклем градустар көндөҙ әллә ни үҙгәрмәй +21, +26. Ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
Әйткәндәй, синоптиктар алдағы өс көнгә генә аныҡ фараз бирә. Ҡалған көндәргә уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр нигеҙендә төҙөлә.