Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 15:11

"Зифа", "Луч" - магазин кәштәләрендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газ. Нефть. Технологии – 2021” күргәҙмәһендә видеоэлемтә тәртибендә “Башҡортостан сода компанияһы”нда “Эколь” кер йыуыу порошогы производствоһын асты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газ. Нефть. Технологии – 2021” күргәҙмәһендә видеоэлемтә тәртибендә “Башҡортостан сода компанияһы”нда “Эколь” кер йыуыу порошогы производствоһын асты.
“Сода” етештереү берекмәһендә синтетик йыуыу саралары сығарыу цехы 1984 йылда эшләй башлағайны. “Зифа”, “Эколь”, “Луч” порошоктары, шулай уҡ Tobbi Kids балалар порошогы республика халҡында ҙур һорау менән файҙалана ине. Әммә производство сит ил брендтары менән конкуренлыҡ итә алмай, туҡтап ҡала.
Былтыр октябрҙә объектҡа республика Башлығы Радий Хәбиров барҙы. Ул кер йыуыу порошогы сығарыуҙы яңыртырға ҡушты. Быйыл ғинуарҙа проект “Инвестиция сәғәте”ндә тикшерелде. Инвестиция күләме 275 миллион һум тәшкил итте, 125 эш урыны булдырылды.
“БСК” генераль директоры Эдуард Латипов әйтеүенсә, тиҙҙән цех проект ҡеүәтенә сығыуҙы планлаштыра һәм танылған “Зифа”, “Луч” порошоктары Башҡортостандағы магазин кәштәләрендә урын аласаҡ.
“Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһендә “ВЭБ Инжиниринг” йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Новиков һәм “Башҡортостан сода компанияһы”ның генераль директоры Эдуард Давыдов “БСК”ны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Беҙ әле “БСК” менән бик тығыҙ эш итәбеҙ. Бөгөн асылған кер йыуыу порошоктары цехы – ҙур булмаған производство. Предприятие өсөн 275 миллион һум инвестиция – ҡом бөртөгө генә, сөнки “Башҡортостан сода компанияһы”ның дөйөм инвестиция портфеле күләме әле – 150 миллиард һум самаһы, – тине Радий Хәбиров. – Был аҡса ғәмәлдәге производстволарҙы модернизациялауға, яңыларын асыуға, экология мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, компания “ВЭБ Инжиниринг” менән килешеү төҙөнө, ә был заем аҡсаһын йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Хәҙер “БСК” йылдам үҫеш кисерә. Тиҙҙән предприятиеның нисек үҙгәреүен дә күрербеҙ.
Стәрлетамаҡта яңы производство асыу тураһында республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
“Башҡортостан сода компанияһы”ның “Лотос” порошогы сығарылған цехтары оҙаҡ йылдар эшләмәй торҙо. Кешеләрҙе эштән ебәрҙеләр. Элегерәк был продукцияға ихтыяж ҙур ине, тәүлегенә һигеҙ тоннаға етә торғайны. 2020 йылдың октябрендә был заводта булдым, республика Хөкүмәтенә порошок етештереүҙе тергеҙеү мөмкинлеген ҡарарға ҡуштым.
Производствоны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңырттыҡ. Проект буйынса инвестиция күләме 275 миллион һум тәшкил итә. Синтетик йыуыу сараларының проект ҡеүәте – йылына 60 мең тонна, өс сменала дүрт бригада эшләйәсәк.
Тиҙҙән кәштәләрҙә Башҡортостан порошогы барлыҡҡа киләсәк. Уны бөтә Рәсәйҙә һатырға ниәтләйбеҙ, сит илдәр менән дә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Тимәк, магазиндарҙа ошондай “Луч”, “Зифа”, Зифа эконом”, “Зифа автомат” порошогын күрһәгеҙ, ҡурҡмайынса һатып алығыҙ. Башҡортостанда етештерелгән!”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: