Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 17:39

Балаларға газ һәм ҡабыҙғыстар һатҡан өсөн штраф индерелә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында балаларға шыйыҡландырылған углеводород газын һатыу өлкәһендә сикләүҙәрҙе боҙған өсөн штраф билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында балаларға шыйыҡландырылған углеводород газын һатыу өлкәһендә сикләүҙәрҙе боҙған өсөн штраф билдәләнде.
Һатыуҙы тыйыу һәм закон боҙғандарға санкциялар индереүҙең берҙән-бер маҡсаты – үҫмерҙәр араһында сниффингтың (токсикоманияның бер төрө, үҫмерҙәр газ еҫкәп иҫерә) таралыуын туҡтатыу.
«Былтыр көҙ беҙ бәлиғ булмағандарға ошондай продукция һатыуҙы тыйған закон ҡабул иткәйнек, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Һүҙ көнкүрештә файҙаланыу өсөн газ менән теләһә ниндәй һыйышлыҡтар, ҡабыҙғыстар тураһында бара».
Ғәмәлдәге тәртипте боҙған өсөн штраф күләме түбәндәгесә: граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 20-25 мең, юридик шәхестәргә – 30-40 мең һум. Ҡабаттан закон боҙған осраҡта штраф күберәк: граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик шәхестәргә – 50-70 мең.
Читайте нас: