Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 17:35

«Бергә күберәк булдырабыҙ!»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова РФ Дәүләт Думаһына һайлауға тәҡдим итеү өсөн кандидатуралар һайлау буйынсаФедераль исемлектә һәм 5-се Белорет бер мандатлы һайлау округы буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова РФ Дәүләт Думаһына һайлауға тәҡдим итеү өсөн кандидатуралар һайлау буйынса
Федераль исемлектә һәм 5-се Белорет бер мандатлы һайлау округы буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша.
Дәүләт хеҙмәттәре аша тауыш биреү тәртибе:
1. https://pg.er.ru сайтына инергә;
2. «Хочу проголосовать» төймәһенә баҫырға;
3. «Госуслуги/Дәүләт хеҙмәттәре» порталында авторизация үтергә;
4. «Войти через «Госуслуги» төймәһенә баҫырға.
5. «Бюллетени» битенә инергә
6. Федераль исемлектә (беренсе бюллетендә) Аиткулова Э.Р. тигән фамилияны табырға һәм тауыш бирергә
7. Белорет бер мандатлы округында йәшәүселәр өҫтәмә рәүештә икенсе бюллетень буйынса ла тауыш бирә ала. Шулай уҡ Аиткулова Э.Р. тигән фамилияны табырға һәм тауыш бирергә.
Федераль исемлек буйынса Башҡортостанда йәшәүсе Рәсәй граждандары тауыш бирә ала.
Белорет округы буйынса был биләмәлә теркәлгән кеше генә тауыш бирә ала.
5-се Белорет округына түбәндәгеләр инә:
- Өфө ҡалаһы (Калинин, Октябрь райондары)
- «Межгорье ҡалаһы» ябыҡ административ-территориаль берәмеге
- Архангел районы
- Белорет районы (Белорет ҡалаһы)
- Иглин районы
- Өфө районы (Кириллов ауыл советы, Урыҫ Юрмашы ауыл советы)
- Учалы районы (Учалы ҡалаһы).
Тауыш биреү 24 майҙан 30-ына тиклем бара.
30 майҙа үҙегеҙҙең һайлау участкаһына барып тауыш бирергә мөмкин.
Һәр тауыш мөһим!
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Читайте нас: