Гәзит уҡыусыларға һәм редакция коллективына ул тарихсы, бер нисә китап авторы, педагог, журналист, мөхәррир һәм билдәле башҡорт яҙыусыһы Нурислам Шәйхуловтың ҡыҙы булараҡ таныш. Ә беҙҙең өсөн ул иҫ киткес ғәжәйеп, беҙҙең берҙәм һәм татыу ғаилә ағзаларының береһенә лә оҡшамаған иҫ киткес ябай, ғәжәйеп һәм һоҡланғыс кеше.
Беҙ ете бала үҫтек. Һәр беребеҙҙең ғаилә легендаһына әүерелгән бала саҡ тарихы һаҡланған. Бәлки, кемгәлер ул көлкө йә булмаһа, киреһенсә, бик етди һәм фәһемле булып күренер, әммә һәр хәлдә был легенда һәр кемдең характерын ап-асыҡ билдәләй.
Беҙ Еҙем йылғаһы баш алған ерҙә, Елмерҙәк тауының итәгендә ултырған Хоҙайбирҙе ауылында үҫтек. Тирәяҡтағы һоҡланғыс пейзаж һәр кемде лирик итә. Минең иҫемдә беҙҙең тыуған ауылыбыҙ әкиәти картина булып иҫтә ҡалған: тауҙар һәм урмандар уртаһында ике урам буйлап теҙелгән өйҙәр, кәртә артындағы ыҡсым ғына аҡлан, ерек ҡыуаҡлыҡтары һәм муйылдар араһынан ғәжәйеп боролоштар яһаған һәм ауылды уратып аҡҡан кескәй йылға, тағы ла түбәһендә көмбәҙгә оҡшаған тажы менән бейек булып үҫкән ғорур ҡарағайлы Маяҡ тауы. Ул беҙҙең ауылыбыҙҙың иң иҫтәлекле урыны булды. Беҙ ошо матурлыҡ солғанышында һәм атай-әсәйебеҙҙең һөйөүенә, хәстәрлегенә ҡойоноп үҫтек, бөтә ауылдаштар
кеүек йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаштыҡ, сөнки эшһеҙ йәшәп булмай ауылда.
Бесән ваҡыты. Йәйҙең ҡыҙыу мәле, билгә тиклем үҫкән үләндән хуш еҫ бөркөлә, салғы сыңлай һәм тирләүҙән тәнгә йәбешкән күлдәктән дә үҙенсәлекле еҫ бөркөлә. Эҫелек һәм кипкән үлән еҫе, серәкәйҙәр, күгәүендәр һәм күҙҙе иркәләп ултырған күбәләр һәм кәбәндәр теҙмәһе… Бесән мәлендә һәр сәғәт, һәр кемдең ҡул көсө үтә лә ҡәҙерле. Урал тауҙарының йыш ҡунағы булған ямғырға тиклем өлгөрөп ҡалырға тип ҡабаланыуҙар һаман да иҫтән сыҡмай.
Бына шундай йәйге көндәрҙең береһендә атай-әсәйем, үҙҙәре бесәндән ҡайтҡансы йорт эштәрен башҡарыуҙы урта кластарҙа уҡыған Гөлсөм апайыма тапшырып, бесәнгә китә. Ҡабаланып кәрәк-яраҡты йыйнаған арала әсәйемдең ниҙәр эшләргә кәрәклеге тураһындағы һүҙҙәренә баш ҡағып ҡына ултырған Гөлсөм апайым был ваҡытта, солан һикәлтәһенә ултырып, мөғжизәле китап донъяһына сумған була.
Әлбиттә, кисен бесәнселәр арып-талып ҡайтыуға ҡушылған эштәрҙең береһе лә үтәлмәгән, ә хужабикә булып өйҙә ҡалған ҡыҙҙары һаман да һикәлтәлә китап уҡып ултырған була… “Бының ниндәй яҡшылығы бар? Көлкөлөмө йәки фәһемлеме?” - тип һорарһығыҙ. Эйе, бала ата-әсәһенең ҡушҡандарын үтәмәгән, ҡыҙыу бесән мәлендә ғәмһеҙ рәүештә китап уҡып ултырған. Уға, әлбиттә, әсәйемдән ныҡ ҡына эләгә. Ә атайым көлөргә лә, асыуланырға ла белмәй. Бәлки, уҡытыусы булараҡ, китапҡа булған бындай бирелгәнлекте, ынтылышты хуплау кәрәктер? Әммә ваҡыт бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйҙы. Уның китапҡа булған һөйөүе, бай, сағыу рухи донъяһы аңында барлыҡҡа килгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ һорауҙарға яуап талап иткән. Китаптарҙа фантазияға, өр-яңы донъяға ишек асыла. Уның роман тик хыялдарының иге-сиге юҡ ине.
Гөлсөм һәр ваҡыт башҡаларҙан айырылып торҙо. Уҡыған китаптары, хыялдары һәм уйланыуҙары уны ҡыҙыҡһыныусан, хисле итте һәм ғәжәйеп донъяға әйҙәне. Ул һаман да ябай ғына әйберҙәргә лә мөкиббән китеп һоҡлана, башҡалар күрмәгәнде күрә белә. Уның күңел түренән урғылып сыҡҡан ижади һәләтенең иге-сиге юҡ. Педагог, журналист һәм яҙыусы ошо сифаттарһыҙ алға китә алмай.Тап апайым мине бөтә нәмәгә лә маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән ҡарарға өйрәтте. Тап уның ҡалалағы йортонда мин тәүге тапҡыр классик музыка пластинкаларын тыңланым, ә һуңынан шул моңдарҙы ғүмерем буйына яраттым. Бары уға ғына мин үҙемдең үҫмер саҡтағы кисерештәремде, эс серҙәремде бушаттым, сөнки ул мине аңлай, тыңлай белә һәм ярҙам итә. Гөлсөм апайым һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ аса, шуның өсөн дә уның менән ҡыҙыҡ. Тап шул тыуған йорттоң солан һикәлтәһендә китап менән ултырған ҡыҙҙа ғәжәйеп ҡыҙыҡһыныусан, мауығыусан, көндәлек мәшәҡәттәрҙән өҫтөн торған, һәр ваҡыт уйланыусан һәм һоҡланыусан ижади кешене төҫмөрләргә була.
Беҙҙең бала сағыбыҙ үткән Хоҙайбирҙе ауылы күптән юҡ инде. Һәм мин уның мөғжизәле матурлығын Гөлсөм апайым арҡаһында күрергә өйрәндем. Һәм ошо үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙгә арналған бәләкәй генә һүрәтләмәне мин уға арнайым.
Рамаҙан ШӘЙХУЛОВ, педагог-рәссам, Нижневартовск дәүләт гуманитар университетының декоратив-һынлы сәнғәт факультетының художествографика кафедраһы доценты.