Кисә республиканың Янғын һүндереү үҙәге базаһында ведомствоға ҡараған урман хужалыҡтарына һәм Янғын һүндереү үҙәгенә махсус тәғәйенләнештәге техника тапшырыу тантанаһы үтте.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байҡусҡаров, республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ҡатнашты.
Илшат Фәзрахманов тантаналы сараны асып, урмансыларҙың яңы техника менән даими рәүештә йыһазландырыуы урманды һаҡлауға ҙур өлөш индереүен билдәләне.
- Һуңғы 69 йыл эсендә республикала тәүге тапҡыр майҙың эҫе һәм ҡоро килеүенә шаһитбыҙ. Ҡоролоҡ оҙаҡҡа һуҙылды. Был хәл ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн дә насар, урмансыларға ла хәүеф тыуҙыра. Әленән әле янғындар теркәлә. Урмансылар был хәүефкә ҡаршы тора. Әлегә хәл тотороҡло. Яңы техника эшегеҙҙе еңелләштерһен, теүәл эшләһен, - тип теләктәрен еткерҙе Илшат Илдус улы.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ведомствоға ҡараған учреждениеларға яңы техника тапшырылыуҙың һуңғы йылдарҙа яҡшы йолаға әүерелеүен билдәләп үтте.
Яңы техника ышаныслы ҡулдарға – юғары квалификациялы механизаторҙарға тапшырыла. Тиҙҙән тағы бер партия техника аласаҡбыҙ. Әле 96 миллион һумлыҡ 34 берәмек техника, 48 берәмек төрлө ҡоролмалар тапшырылды. Улар урман именлеген һаҡлауға хеҙмәт итәсәк. Майҙың ҡоро килеүе урмансыларҙы шомландырҙы. Янғындар барлыҡҡа килеү хәүефе көндән-көн арта. Яңы техника урман фондында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән көрәшергә ярҙам итәсәк, - тине Марат Шәрәфетдинов.
Был ыңғай ғәмәлдәр “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу һѳҙѳмтәһендә тормошҡа ашырыла. Проект киләсәктә урман ҡырҡыу һәм тергеҙеү нисбәтен тәьмин итеү мѳмкинлеген бирәсәк.
Фото: Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин