Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 13:12

"Урал" гәзите почтальондарҙы йыйҙы

Бѳгѳн, 28 май "Урал" гәзите район-ҡаланың почта бүлексәләре начальниктарын, почтальондарҙы матбуғат йортона кәңәшмәгә йыйҙы. Кәңәшмәлә Белорет муниципаль районы буйынса Рәсәй почтаһы начальнигы Рѳстәм Бакиров, Белорет матбуғат үҙәге директоры Гѳлнара Мѳхәмәтғәлина, "Урал" гәзите баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова сығыш яһаны.

Осрашыуҙа 2022 йылда үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға йыйынған гәзиттең тиражын кәметмәҫкә, һәр почтальонға ҡуйылған планды үтәү тураһында һүҙ барҙы. Ә был эш тап бына район почтальондары иңендә ята.
Матбуғат йортона кәңәшмәгә йыйылған почта хеҙмәткәрҙәренә рәсми ѳлѳштән һуң матбуғат йорто буйынса экскурсия яһалды. Улар полиграфия машиналарында гәзиттәрҙең нисек баҫылыуын ҡараны, тѳпләү цехында айырым биттәрҙән нисек журнал-китаптар йыйылыуын күрҙе. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Бынан тыш, матбуғат йортонда һәр теләгән кеше ҡотлау открыткалары, тѳрлѳ тѳҫлѳ альбомдар кеүек реклама продукцияһына ла заказ бирә ала. Быларҙың барыһы тураһында ла Гѳлнара Фаил ҡыҙы һѳйләп үтте.
"Урал" гәзитенең 36-сы йылдан алып һаҡланған тѳпләнмәләре менән Сатура Жәүәт ҡыҙы таныштырҙы. Был ҡунаҡтарҙа аптырау ҡатыш һоҡланыу тыуҙырҙы.
Матур осрашыу барышында "Урал" гәзите почта хеҙмәткәрҙәрен Рәхмәт хаттары, бүләктәр менән билдәләп үтте. Гәзит тарафынан бүләктәр үҙ эштәрен намыҫлы башҡарған үҙәк почта хеҙмәткәре Тәнзилә Рәис ҡыҙы Әхмәтшинаға, Инйәр почта бүлексәһе начальнигы Әлфиә Фарахша ҡыҙы Йәғәфәроваға, Шығай почта бүлексәһе почтальоны Кѳнһылыу Мѳнәжәт ҡыҙы Йомағужинаға тапшырылды. Кәңәшмә һуңында барыһы ла бергәләп фотоға тѳштѳ, тәмле сәйҙән ауыҙ иткән арала, Гѳлнара Фаил ҡыҙы күмәкләп тѳшкән фотоны ҡуйып, һәр береһенә тѳҫлѳ календарь бүләк итте.
Читайте нас: