Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 11:53

Яңы түләүҙәр ала башлайҙар

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, 1 июлдән һигеҙ йәштән 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә республикала балалар йәшәү минимумының яртыһы күләмендә айлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Был ил буйынса уртаса 5,6 мең һум.
Бынан тыш, 1 июлдән 12 аҙнаға тиклем йөклөлөк буйынса медицина ойошмаһына иҫәпкә баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙар ай һайын йәшәү минимумынан 50% ала башлай.
1 сентябрҙән һигеҙ йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы уртаса эш хаҡынан 100% күләмендә түләнә.
Закон баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде.
РИА Новости хәбәр итеүенсә, Федерация Советының социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Инна Святенко ошо түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы ваҡытында һәм тулы күләмдә алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә кәрәклеген белдерҙе.
Читайте нас: