Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2021, 10:20

"Йөрәк һүҙе"нә кемдәр лайыҡ?!

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтте. Унда 12 кеше ҡатнашып, үҙҙәренең йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе.

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтте. Унда 12 кеше ҡатнашып, үҙҙәренең йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе.
Сираттағы бәйгеселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар ине. Проекттың авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүгә Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссеры Руслан Абдуллин лайыҡ булды. III урын ике конкурсантҡа бирелде. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары - Благовар районынан Гөлфирә Әхмәтшина һәм Рысыҡай ауылында тыуған, Федоровка районынан Хәлисә Багаева. II урынды Стәрлебаш районынан Гөлдәр Хәйбуллина яуланы. I урынды иһә Өфө ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк юрисы Инсаф Йәмилев алды.
Фото: "Йөрәк һүҙе" төркөмө.
Читайте нас: