Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2021, 13:17

Байрам йәме киткән...

Кисә республикала ҡурҡыныс авария теркәлде.

Кисә республикала ҡурҡыныс авария теркәлде.
Мәсетле районында кешеләр тейәлгән ат арбаһына сит ил машинаһы барып бәрелә. 53 йәшлек ир идара иткән "Тойота" ҙур тиҙлек менән килгән була. Был мәл видеоға эләгә. Күрәһең, водитель аттың һулға боролғанын аңғармай ҡала.
Билдәле булыуынса, гармунға ҡушылып йырлаған милли кейемдәге кешеләр шишмә буйына милли байрамға китеп барған. Арбала башлыса өлкән йәштәге апай-ағайҙар ултырған. Ҡот осҡос бәрелештән биш кеше ауыр йәрәхәттәр алған. 65 йәштәге ҡатындың аяғы өҙөлгән. Бер кешенең хәле үтә ауыр, тиҙәр. Атты иһә сараһыҙҙан үлтерергә мәжбүр булғандар...
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото: ЮХХДИ, видео: "БашДТП" төркөмөнән.
Читайте нас: