Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2021, 16:44

Ғаризалар июлдә ҡабул ителә

Мәктәп йәшендәге балаларға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итә башлайҙар. Был турала Рәсәҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина хәбәр итте.

Мәктәп йәшендәге балаларға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итә башлайҙар. Был турала Рәсәҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина хәбәр итте.
«Ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итергә йыйынабыҙ, ҡарар сығарылғас, аныҡ дата билдәле булыр. Августа (әлегә датаһы билдәһеҙ) аҡса түләү башлана. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә», — тип уның һүҙҙәрен еткерҙе ТАСС агентлығы.
Бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәренә йәки Күп функциялы үҙәккә, Пенсия фонды бүлексәһенә, социаль яҡлау органдарына бер генә ғариза бирергә кәрәк. Ҡалған эште дәүләт башҡара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында иғлан иткәйне. Атап әйткәндә, дәүләт башлығы 1 июлдән тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн ай һайын уртаса 5 650 һәм түләү индерелеүе тураһында белдерҙе. Бынан тыш, түләүҙәр ауыр матди хәлдә булған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Бындай түләүҙең күләме — айына уртаса 6 350 һум (йөклөлөктөң алтынсы аҙнаһынан һуң). Шулай уҡ мәктәп йәшендәге (беренсе класҡа барыусылар ҙа) балалары булған ғаиләләргә Путин быйыл 10 мең һум аҡса түләргә ҡушты.
Фото: peterburg-center.ru
Читайте нас: