«Һабантуйҙарҙы үткәрергә кәрәк, халыҡ һағынған. Йөҙәтеп бөтөрҙөм инде, ләкин һабантуйҙарҙы айыҡ уҙғараһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына дүшәмбе хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә. — Һабантуй көнөндә биләмәлә алкоголь һатылмаһын. Беҙҙе әрләйҙәр, ҡайҙалыр көләләр, аҫтыртын йылмаялар, әммә беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ. Сөнки кешеләр балалары менән күңел асырға килә, ә иҫеректәргә ҡарарға түгел».
5 июндә Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Тәтешле, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондары игенселәре һабантуй үткәрә.