-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2021, 12:53

Фольклориада өсөн ирекмәндәр әҙерләнде

Бер айҙан Өфөлә башланырға тейешле VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тамамланып килә. Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн обсерватор һәм бәйләнешкә инеүселәрҙең исемлектәре әҙерләнеүе билдәле булды.

Бер айҙан Өфөлә башланырға тейешле VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тамамланып килә. Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн обсерватор һәм бәйләнешкә инеүселәрҙең исемлектәре әҙерләнеүе билдәле булды.
«Уҙған аҙнала беҙ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе уррынбаҫары Татьяна Голикова рәйеслегендә Фольклориадға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙек. Бөтә мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Муниципалитеттарҙағы коллегалар, иғтибар итегеҙ – кемдәр һеҙҙең районға Фольклориадаға килгән делегациялар менән аралаша, уларҙың бөтәһе лә прививка яһатырға тейеш, был мотлаҡ. Йә иһә ПЦР-белешмә килтерергә, йәки прививка эшләтергә тейештәр, антиесемдәр менән», — тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә Фольклориадаға обсерватор итеп Өфөләге «Йәйғор» шифаханаһы һайланған.
«Барлыҡ муниципалитеттарҙан, ведомстволарҙан исемлектәр йыйылған, бәйләнешкә инеүселәрҙең исемлектәре республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылған. Фольклориадала ҡатнашҡан райондар Өфөгә яҡын урынлашҡан, әгәр ул-был була ҡалһа, бында алып килергә мөмкинлек бар», — тип хәбәр итте министр.
Бөгөнгә 48 ил Фольклориадала ҡатнашырға теләк белдергән, биш ил ҡарар ҡабул итергә йыйына.
«Коллегалар, беҙ һаманғаса ошо сараның әһәмиәтен аңлап бөтмәйбеҙ, асылда был – мәҙәни Олимпиада. Ғаризала 55 ил бар ине. Ҙур делегациялар – АҠШ-тан, Европанан делегациялар килә. Бик ҙур сара һәм ҙур яуаплылыҡ», — тине Радий Хәбиров.