Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2021, 16:00

Инйәр урмансылығында янғынды һүндерәләр

Инйәр участка урмансылығында күршеләге ауыл хужалығы биләмәләренән күскә янғын дауам итә, тип белдерҙеләр Урман хужалығы министрлығында. 8,5 гектар урман яна. Утты һүндереүҙә 12 кеше һәм өс машина эшләй.

Шулай уҡ Туҡан урмансылығында сыҡҡан янғын һүндерелгән.
Өргөн һәм Кананикольск урман хужалыҡтарында (Учалы, Йылайыр райондары) утты һүндереүгә өлгәшкәндәр.
Әйткәндәй, 15 апрелдән 31 майға тиклем республикала бөтәһе 94 урман янғыны теркәлгән.
Читайте нас: