Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 17:21

Аделина Чембарисова - «Башҡортостан гүзәле-2021”

Аделина Чембарисова «Башҡортостан гүзәле-2021” Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм традициялар конкурсының кесе йәш категорияһында еңеүсе булды.

Аделина Чембарисова «Башҡортостан гүзәле-2021” Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм традициялар конкурсының кесе йәш категорияһында еңеүсе булды.
“Бындай конкурста Белорет районы намыҫын яҡлау минең өсөн мәртәбәле булды, - ти ҙур ғорурлыҡ менән Аделина. Конкурсант Өфө ҡалаһында тыуһа ла, уның ата-әсәһе Йөйәк ауылыныҡы. Һәр аҙна тиерлек бәләкәй Аделина Белорет районына туғандарына ҡунаҡҡа килә.
"Рухын биргән, моңон биргән Ҡатай минең ырыуым!" тип йырланы ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһенән. Сәхнәгә булған һөйөү ҡыҙҙың ҡанында. СССР-ҙың халыҡ артистары Гөлли һәм Арыҫлан Мөбәрәковтар ҙа уның туғандары бит. Ҡатай ырыуынан булыуы менән дә ғорурлана ул.
Йәш конкурсант “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсының өс тапҡыр еңеүсеһе. Тырыш Аделина яҡшы уҡыуынан тыш, ҡурай, шахмат, һүрәт төшөрөү класында ла, бейеү менән шөғөлләнә.
Конкурс 2017 йылдан бирле үткәрелеп килә. Унда 5 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге һылыуҡайҙар ҡатнаша.
Читайте нас: