Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 10:40

Башҡорт телен тулы күләмдә һаҡлайыҡ тиһәк...

“Бөгөн милли мәктәптәрҙең үҙ статусы булырға тейеш. Беҙ әле ошо мәсьәлә буйынса эш алып барабыҙ. Закон проекты төҙөнөк һәм уны Дәүләт Думаһына ебәрҙек, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Мәғариф тураһында федераль законға өҫтәлмә рәүешендә милли мәктәптәр статусын раҫлаусы закон проектын тәҡдим иткән ине. Был закон проекты ҡануниәткә «этно-мәҙәни белем биреү ойошмаһы» тигән яңы төшөнсә индерергә тейеш.

“Бөгөн милли мәктәптәрҙең үҙ статусы булырға тейеш. Беҙ әле ошо мәсьәлә буйынса эш алып барабыҙ. Закон проекты төҙөнөк һәм уны Дәүләт Думаһына ебәрҙек, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Мәғариф тураһында федераль законға өҫтәлмә рәүешендә милли мәктәптәр статусын раҫлаусы закон проектын тәҡдим иткән ине. Был закон проекты ҡануниәткә «этно-мәҙәни белем биреү ойошмаһы» тигән яңы төшөнсә индерергә тейеш.
Дәүләт Думаһы башланғысты хупланы, закон проектын камиллаштырыу өсөн кире ебәрҙе. Әле уның өҫтөндә эш бара. Яңыраҡ, үткән аҙнала, Татарстанға барып ҡайттыҡ, Аҡтаныш районында Башҡортостан һәм Татарстан Дәүләт Йыйылыштарының мәғариф, мәҙәниәт һәм фән буйынса профилле комитеттары осрашты. Йыйылышта ике республика парламенттары спикерҙары, депутаттар һәм йәмәғәтселәр милләттәр теләктәшлеген үҫтереүҙә туған телдең мөһимлеге хаҡында фекер алыштыҡ. Һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булараҡ, эш төркөмө ойошторабыҙ, Субъекттар милли мәктәптәрҙе һаҡлау маҡсатында берләшергә тейеш. Полилингваль мәктәптәр эшләүе ҡыуаныслы күренеш, мәктәптәрҙә телдәр өйрәнеү ҙә бик һәйбәт. Әммә туған телде тулы күләмендә һаҡлайыҡ тиһәк, фән телен, әҙәбиәт телен үҫтерәйек тиһәк, мәктәптә дәрестәр, фәндәр туған телдәрҙә уҡытылырға тейеш. Ошо закон проекты өҫтөндә эш дауам итә, шуға күрә беҙгә уҡытыусыларҙың, мәктәп директорҙарының фекерен ишетеү ҙә бик мөһим.
Тағы бер һорауға иғтибарҙы йүнәлтер инем. Әле төп мәсьәләләрҙең береһе - мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса ата-әсәләрҙән ғариза йыйыу. Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү проблемаһы һаман да бар, шуға күрә ата-әсәләр менән аңлатыу әңгәмәһе алып барырға кәрәк - мәктәптәрҙә балаларҙың туған тел булараҡ мотлаҡ башҡорт телен өйрәнеүе мөһим. Теләүселәр аҙ булһа, педагогтар һаны ла кәмейәсәк, сәғәттәр һаны ла ҡыҫҡартыласаҡ. Һөҙөмтәлә, был башҡорт теле дәресенең мәктәп программаһынан алыныуы менән янай. Туған телдәрҙе һайлау кәрәк, балалар мәктәптәрҙә туған телен өйрәнһен. Уҡыусыларға олимпиадаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Күптәр башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур стимул барлығы хаҡында белмәй - юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә, башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары өҫтәмә балдар ала”, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Районда йәмғеһе 12988 мәктәп уҡыусыһы, шуларҙың 4483-сө башҡорт (34,5%). Башҡорт телен туған тел булараҡ 1858 бала (41,5%) өйрәнһә, 7324 уҡыусы иһә уны дәүләт теле сифатында үҙләштерә. 18 башҡорт мәктәбендә 1680 уҡыусы үҙ телендә белем ала. 945 башҡорт ғариза арҡылы рус телен туған тел итеп һайлаған. I, X-XI кластар араһында 246 бала башҡорт телен бөтөнләй уҡымай. Межгорье ҡалаһында башҡорт телен туған тел булараҡ 69 бала уҡый.
Мәктәптәрҙә башҡорт теле туған тел сифатында - 2, дәүләт теле булараҡ 1 сәғәт уҡытыла. Башҡорт мәктәптәрендә иһә, класына ҡарап, аҙнаһына 4-5 сәғәт үҙләштерелә.
Районда Үҙән, Әүжән, Ҡағы мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылмай. Ҡағыла дәүләт теле урынына Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәләр (ИКБ).
Филиал булараҡ, һуңғы йылдарҙа Бирҙеғол, Уҫманғәле, Мөхәмәт ауылдарында башҡорт мәктәптәре ябылды. Балалар булмау сәбәпле 2 йыл Хөсәйен ауылы мәктәбе эшмәкәрлеген туҡтатып торҙо. Быйыл иһә 7 бала булмаҡсы.
Иҙел башында бөтәһе 34 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы бар, шуларҙың ни бары икәүһендә генә (168 бала) белем биреү башҡорт телендә тормошҡа ашырыла. 7 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында 255 ҡыҙ-малай үҙ туған телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас: