Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 13:35

Еләк уңышын арттырыу серен беләһегеҙме?!

Баҡсасылар, беләһегеҙме, ябай ғына алым менән баҡса еләге уңышын өс тапҡырға артырырға мөмкин!

Баҡсасылар, беләһегеҙме, ябай ғына алым менән баҡса еләге уңышын өс тапҡырға арттырырға мөмкин!
Тәжрибәле баҡсасылар еләк түтәлдәрен ашларға кәңәш итә. Плантацияны ашлау түтәлдәрҙән уңышты арттырырға булышлыҡ итәсәк. Хатта уңдырышлы тупраҡҡа ашлама ла талап ителә. Еләктәрҙе сәскә атҡан мәлдә туҡландырыу мөһим, был уның ҡыуаҡланып үҫеүен дә тиҙләтәсәк.
Еләктән мул уңыш алыу өсөн бор кислотаһы алыштырғыһыҙ сара. 10 литр һыуға 2 грамм бор кислотаһы, 1 стакан көл һәм 1/4 грамм марганцовканан эретмә яһарға кәрәк.
Ҡатнашманы һипкәндән һуң, еләк актив үҫә ашлаясаҡ. Һөҙөмтәлә, бутондар барлыҡҡа килә. Тиҙҙән татлы һәм эре еләктән мул уңыш алырға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: