Белоретта металлургия комбинаты идаралығы ҡаршыһындағы ҡаянан ир ҡолап төшкән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, хәл 1 июндә була.
Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәтә. Иҫһеҙ ятҡан ирҙе тиҙ ярҙам машинаһына алып барыуҙа ярҙам итәләр.
Ирҙең шәхесе һәм ҡолап төшөү сәбәптәре асыҡлана.