Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 09:18

Хәбировтан – ат!

Арбаға ултырып, милли байрамға китеп барған кешеләр өҫтөнә машина килеп бәрелгән аварияның видеояҙмаһын күреп бар республика халҡы тетрәнгәйне. Биш кеше төрлө йәрәхәттәр алды, уҡытыусы ҡатын аяҡһыҙ ҡалды. Бәрелештең иң ауыр урынын үҙенә алған меҫкен атты үлтерергә мәжбүр булдылар.

Был ваҡиғанан һуң урынға, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе барҙы һәм халыҡ менән осрашты. Шул саҡта ул аттың хужаһына яңыһын бүләк итергә вәғәҙә биргәйне.
Вәғәҙә - иман! Атын юғалтҡан Марсель Шәрифуллинға ике йәшлек юртаҡ атты килтереп биргәндәр ҙә. Бүләкте Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова тапшырған. Был турала район журналисы Анфиса Ишмөхәмәтова хәбәр итә.
"Радий Хәбировҡа бындай көтөлмәгән бүләк өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Мин үҙемдең тормошомдо атһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Иғтибары һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт", - тигән Марсель Шәрифуллин.
Юртаҡтың исеме - "Забава". Ул бик темпераментлы һәм сапсан орлов тоҡомонан. Хужаһына уны өйрәтеп алырға кәрәк.
Ул саҡта Радий Хәбиров йәрәхәтләнгән кешеләрҙе ныҡлап дауалаясаҡбыҙ, ә ауыл клубын ремонтлап, янында парк булдырасаҡбыҙ тигәйне.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: