Белорет автоюлының 186-сы саҡрымында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 40 йәшлек ир «Wels-250» мотоциклында юл ситендәге ҡоролмаға бәрелеп һәләк булған.
Водитель таныҡлығы булмаған уҙаман ике тәгәрмәсле транспортын теркәп тә өлгөрмәгән – асыҡланыуынса, ул мотоциклды Инйәрҙә һатып алып, ҡайтырға ғына сыҡҡан булған.
Осраҡ буйынса тикшереү бара.