Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2021, 13:07

122 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр

Быйыл республиканың дөйөм инвестиция портфеле 122 млрд. һум тәшкил итте. Был турала төбәк етәксеһе Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы йомғаҡтары барышында әйтте.

Быйыл республиканың дөйөм инвестиция портфеле 122 млрд. һум тәшкил итте. Был турала төбәк етәксеһе Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы йомғаҡтары барышында әйтте.
– Иң мөһиме - сарала яңы партнерҙар таптыҡ. Бында барлыҡ федераль министрҙар, эре предприятиелар, банктар етәкселәре йыйыла. Күп мәсьәләләр хәл ителә. Мәҫәлән, мин бөгөн “Россельхозбанк” етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрҙем, унда мөһим темаларҙы тикшерҙек. Һәм улар әленән Мәләүез һөт-консерва комбинаты өсөн кредит линияһын асты, балалар туҡланыуына ингредиенттар сығарыу өсөн цех төҙөйәсәктәр. Питер форумында даими рәүештә һөйләшеүҙәр алып барыла һәм ағымдағы стратегик бурыстар хәл ителә, – тине Радий Фәрит улы иҡтисади форум һөҙөмтәләре буйынса журналистар менән аралашҡанда.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, тағы бер мөһим һөҙөмтә - республиканың инвестиция мөхите буйынса Милли рейтингта бишенсе урынға күтәрелеүе. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөй.
– Беҙ төбәгебеҙҙең инвестициялар өсөн асыҡ булыуын, көслө, ижади, ҡыҙыҡлы команда эшләүен, ғәҙел шарттарҙа бар инвесторҙар менән эшләргә әҙерлегебеҙҙе күрһәттек. Бөгөн ил Президенты ла республикабыҙҙы билдәләп үтте, быға бик ҡыуандыҡ. Беҙ яҡшы нигеҙ һалдыҡ. Киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Ошо көндәрҙә эшләгәнде хәҙер заводтар, фабрикалар тормошҡа ашырасаҡ, яңы эш урындары булдырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 122 млрд. һумлыҡ 25 килешеү төҙөнө. Улар буйынса ике меңдән ашыу эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Форумда ҡул ҡуйылған иң ҙур килешеүҙәр араһында Башҡортостан сода компанияһының инвестиция проектын атарға була. Улар етештереүҙе яңыртыу өсөн 27 млрд. һумдан ашыу аҡса йүнәлтмәксе. “Кроношпан” һәм “Кронохем Өфө” компаниялары менән төҙөлгән ике инвестиция проекты суммаһы 13 млрд. һум тәшкил итәсәк.
Тағы бер инвестор – “Таврос” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итте тәрән эшкәртеү һәм мал һимертеү өсөн агрокомплекс булдырыуға 10 млрд. һум йүнәлтмәксе.
Питер форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән кредиторҙар – ВТБ һәм ВЭБ.РФ араһында Өфөнән М-5 “Урал” трассаһына сығыу өсөн Көнсығыштан сығыу юлын төҙөү проекты буйынса тура килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ “Проектлы финанслау фабрикаһы” программаһы нигеҙендә кредит алыу мөмкинлеге аса. ВТБ һәм ВЭБ.РФ биргән кредит лимиты 11,6 млрд. һум тәшкил итә.
Республика шулай уҡ Роскосмос, ВЭБ.РФ, “Росгеология”, Свердловск өлкәһе менән килешеүҙәр төҙөнө.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: