Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2021, 16:30

Рәмил Шәмсетдинов срогын үтеү өсөн Төмәнгә килетерләнг

Бынан ике йыл самаһы элек Байкал аръяғындағы хәрби часта атыш ойошторған Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышы күптәре ҡыҙыҡһындыралыр.

Бынан ике йыл самаһы элек Байкал аръяғындағы хәрби часта атыш ойошторған Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышы күптәре ҡыҙыҡһындыралыр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һалдат ҡулына ҡорал алып, һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтерҙе, ике кешене ауыр яраланы. Быны ул часта хөкөм һөргән “бабайсылыҡ” һөҙөмтәһе тип атаны. Асыҡланыуынса, үҙенән өлкәндәр Рәмилде мыҫҡыл иткән, йоҡлатмаған, кәмһеткән.
Егеткә суд оҙаҡ барҙы, быйыл ғинуарҙа ғына ҡарар сығарылды. Уны 24 йыл да алты айға ҡаты тәртипле колонияға ултыртырға хөкөм иттеләр. Ғәйепләнеүсе шулай уҡ һәләк булғандарҙың һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең ғаиләләренә дөйөм суммаһы 9,8 миллион һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.
Суд ҡарарына өс апелляция ялыуы бирелде. Береһе - зыян күргәндәрҙең адвокатынан, икеһе - Рәмилде яҡлаған адвокаттарҙан. 21 апрелдә апелляция хәрби суды уларҙы ҡарағас, тәүге ҡарарҙы көсөндә ҡалдырҙы.
Һәм бына кисә билдәле булыуынса, Рәмил Шәмсетдинов срогын үтеү өсөн Төмән ҡалаһындағы 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһына килтерелгән. Был турала ТАСС агентлығына уның адвокаты Рауил Туғушев хәбәр иткән.
Әйткәндәй, уға үткәрелгән психиатрия экспертизаһы һалдаттың үҙ эшмәкәрлеген аңлап башҡарғанын билдәләгән. Присяжныйҙар уны ғәйепле тип таныны, тик мәрхәмәтлеккә хаҡлы тип тапты. Дәүләт ғәйепләүсеһе уны 25 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе талап иткәйне, ә үлгәндәрҙең туғандары 28 миллион һум компенсация һораны.
Фото: smartik.ru
Читайте нас: