Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 19:42

Фольклориаданы ҡайһы район ҡабул итә һәм ҡасан?

Тиҙҙән республикабыҙ райондары халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһаясаҡ.

Үҙәк округҡа ингән Салауат ҡалаһында саралар- 5 июлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Нуриман районында – 6 июлдә, Октябрьскийҙа – 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында – 8 июлдә, Ишембай һәм Благовещен райондарында – 9 июлдә;
Төньяҡ фестиваль округына ҡараған Мишкә районында – 5 июлдә, Ҡариҙел районында – 6, Борайҙа – 7, Асҡын районында – 8 июлдә;
Төньяҡ-көнбайыш округындағы Дүртөйлө ҡалаһында – 5, Яңауыл районында – 6, Тәтешлелә – 7, Нефтекама ҡалаһында – 8, Илеш районында – 9 июлдә;
Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла.
Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейем парадын әҙерләгән. Концерттарҙың барыһы ла асыҡ һауала үтә. Байрамға килгәндәрҙең битлек кейеүе мотлаҡ.
Фото: kultura-neft.com
Читайте нас: