Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 20:11

Республика алға сыҡты

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелгән бер тема Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылды. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне. Тема бынан ике ай элек ошонда уҡ күтәрелгәйне. Бөгөн иһә министр эштең нисек барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелгән бер тема Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылды. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне. Тема бынан ике ай элек ошонда уҡ күтәрелгәйне. Бөгөн иһә министр эштең нисек барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Был система, бер яҡтан, торлаҡ фонды, хеҙмәттәр хаҡы һәм исемлеге, дөйөм мөлкәт ремонты, түләү буйынса бурыстар тураһындағы мәғлүмәтте йыйыу һәм файҙаланыу менән шөғөлләнә. Икенсе яҡтан, ул онлайн тәртибендә шәхси кабинет аша торлаҡ милексеһен йорт менән идара итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәт менән тәьмин итергә тейеш.
2015 йылдан алып 2017 йылдың 1 июленә тиклем система тест тәртибендә эшләгән. Артабан ул даимиға әйләнде.
Системаға мәғлүмәтте дәүләт власы органдары (Росреестр, Миграция хеҙмәте, Һалым хеҙмәте, Пенсия фонды, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды һәм башҡалар), урындағы үҙидара органдары, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар бирә. Ә ҡулланыусылар булып кешеләр, күп фатирлы йорт советтары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар тора.
Ул саҡта системаны барлыҡ яҡтан тулыландырыу бурысы ҡуйылғайны.
– Башҡортостан илдә тораҡ йорттар һәм блоклы төҙөлөш һаны буйынса өсөнсө урында. 24 мартҡа ҡарата системаға ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар ни бары 60 мең тораҡ йорт һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса 253 мең йорт менән килешеүҙе индергән. Ошо күрһәткестәр буйынса Башҡортостан ҡыҙыл зонала ҡала килде, – тине Ирина Голованова.
Һөҙөмтәлә ике ай эсендә системаға күп фатирлы йорттар буйынса һигеҙ меңдән ашыу ТКО төбәк операторҙары һәм өс меңдән ашыу капиталь ремонт фондын формалаштырыу ысулын һайлау буйынса килешеү индерелгән. Күп фатирлы йорттарҙың биш күрһәткесе буйынса Башҡортостан йәшел зонаға сыҡҡан.
Тораҡ йорттар һәм блоклы төҙөлөш буйынса мониторинг өс күрһәткес буйынса алып барыла. 31 майға ҡарата уларҙың бөтәһе буйынса ла республика йәшел зонала.
Ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙың килешеүҙәрен ГИС-ҡа индереүгә килгәндә, 58 мең самаһы килешеү индерелгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғылар рәтендә.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторҙары ла ҙур эш башҡарған. Улар 250 мең килешеү индергән. Был йәһәттән беҙ илдә – өсөнсө урында.
– Шулай итеп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы ГИС системаһын тулыландырыу буйынса федераль рейтингҡа ярашлы, Башҡортостан ике лидер төбәктең береһе булып танылды. Июнгә ҡарата был төбәктәр бөтә күрһәткестәр буйынса ла йәшел зонала, – тине Ирина Голованова.
Әммә эш бының менән генә бөттө тигән һүҙ түгел. Системаны тулыландырыу һәм мәғлүмәттәрҙе яңыртыу буйынса эш дауам итә.
Читайте нас: