Башҡортостанда йәшәүселәргә “Һуғыш балалары” таныҡлыҡтары тапшырыла башланы.
Документ ветерандар мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан Башлығы Радик Хәбировтың бойороғо буйынса ҡабул ителгән.
Таныҡларҙың бер өлөшө ҡайһы бер район-ҡалаларында үҙ эйәләрен тапҡан. Таныҡлыҡтарҙы тантаналы тапшырыу башлыса һабантуйҙарҙа үткән. Өфөлә документтар 12 июндә тапшырыласаҡ.