Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 14:57

Вакцина яһатҡандар арта

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике өлөшөн дә 295 меңдән артыҡ кеше алған.

Бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике өлөшөн дә 295 меңдән артыҡ кеше алған.
Ул Башҡортостанда вакцинациялау темпы артыуын билдәләне. Был аҙнала республикаға тағы ла 20 мең доза вакцина киләсәк.
7 июнгә ҡарата Башҡортостанға, дөйөм алғанда, 428 меңдән ашыу вакцина килгән. Әлеге мәлдә препараттың беренсе компонентын 385 мең кеше ҡаҙатҡан. Был – алынған вакцинаның 89 проценты тотонолған тигән һүҙ. "Прививканың икенсе өлөшөн дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр иһә – 295 меңдән артыҡ", - тине Максим Забелин.
Фото: fool.com
Читайте нас: