Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 12:43

Владимир Путин сода компанияһының контроль пакетын Башҡортостанға тапшырҙы

Президент Владимир Путин үҙенең 2021 йылдың 7 июнендә ҡул ҡуйған Указы менән Башҡорт сода компанияһының контроль пакетын Башҡортостанға тапшырҙы.

Президент Владимир Путин үҙенең 2021 йылдың 7 июнендә ҡул ҡуйған Указы менән Башҡорт сода компанияһының контроль пакетын Башҡортостанға тапшырҙы. Был турала документ хоҡуҡи порталда урынлаштырылған.
Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы милкенә компанияның 38,3 процент (634 174 дана) акцияһы тапшырыла. Шулай уҡ федераль милектәге 11,7 процент (194 151 дана) һәм уға ҡушып тағы бер акция республиканың Төбәк фондына ышаныслы идараға бирелә. Шулай итеп, Башҡортостан ҡарамағында бөгөн БСК-ның 50 процент һәм плюс бер акцияһы. Был республикаға предприятие менән тулыһынса идара итеү мөмкинлеге бирә.
Фото: sdelanounas.ru
Читайте нас: