Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 09:23

Ҡала пляжында эш ҡайнай

Ҡала пляжын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Подрядсылар – Өфөнән "УралСпецСтрой" һәм "РефСтройПроект" йәмғиәттәре техникаһы ярҙы нығыта. Һуңғараҡ ул йәшелләндерелә.

Ҡала пляжын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Подрядсылар – Өфөнән "УралСпецСтрой" һәм "РефСтройПроект" йәмғиәттәре техникаһы ярҙы нығыта. Һуңғараҡ ул йәшелләндерелә.
Яр буйы зонаһына ҡом килтереп түшәйәсәктәр. Балалар һәм спорт майҙансыҡтиары булдырыла, ял итеү зоналары эскәмйәләр менән йыһазландырыласаҡ. Видеокамералар ҡуйылып, һүрәттәре “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына ебәрелә.
Төҙөкләндереү эштәре 2021 йылдың октябрендә тамамланыуы көтөлә. Әлегә пляж бикле. Абҙаҡта пляж рәсми асылды.
Читайте нас: