2021 йылдың 1 июленән РФ Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостан халҡы коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүҙәр уртаса 3,8 % арта, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы.
Электр энергияһына тариф быйыл 1 июлдән 5%-ҡа арта, газ 3%-ҡа ҡиммәтләнә, башҡа коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ шулай уҡ уртаса 3%-ҡа арта. Шулай итеп, барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылма түләм үҙгәреше 5,8 %-тан артмай.
Аҡсалата газға уртаса хаҡ – 1 кубометрға 7,64 һум, электр энергияһының киловатт-сәғәте – 3,5 һум, һыу менән тәьмин итеүге һәм канализацияға – 1 кубометрға 27,5 һум, йылылыҡ гигакалорийға 2148, 26 һум.