Ошо тәңгәлдә законһыҙ эш итеүселәрҙе күҙәтеүгә алыу өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында өҫтәмә штат урыны булдырыу ҡарала. Йәй дауамында Урал аръяғындағы барлыҡ карьерҙарҙы ла паспортлау бурысы ҡуйылған. Уның һөҙөмтәләре буйынса легаль булмаған эш итеүселәр менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк, тип хәбәр итә bash.news.
Экология министрлығында айырым штат урынын булдырыу бар эште лә яйға һаласаҡ. Урал аръяғы карьерҙарын тикшереү, барлау, ҡарау кеүек эштәр быға тиклем маркшейдер булмауға алып барылмаған. Бынан ары, ул контролгә алынасаҡ. Намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға хоҡуҡи баһа бирелер тип көтөлә.