Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2021, 20:30

Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Өфөгә килде

Бөгөн эш сәфәре менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак килде.

Бөгөн эш сәфәре менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак килде.
Өфө аэропортында етәксене Башҡортостан Башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Сәфәрҙең төп сәбәбе – “Юғарыға” партия проектында ҡатнашыусылар менән аралашыу. Был үҙенсәлекле мобиль ҡушымта "Берҙәм Рәсәй"ҙең әүҙем ағзаларын һәм уның яҡлыларҙы, уларҙың башланғыстарын алға этәреүгә йүнәлтелгән.
Андрей Турчак менән Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк конференцияһында ҡатнашты, Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.
Андрей Турчак партия проекттарына, айырыуса “Ҡала мөхите” һәм “Тарихи хәтер” программаларына иғтибарын йүнәлтәсәк. Был проекттар нигеҙендә ҡунаҡ Өфөнөң бер нисә объектын ҡараясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: