Илдә электросамокаттарҙы прокатҡа алыу көсәйә бара. Кикшеринг тип атала ул. Шулай уҡ ошо электросамокаттарҙа йөрөргә яратыусылар ҡатнашлығында теркәлгән авариялар ҙа арта.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан республикала рәсми рәүештә 11 шундай осраҡ теркәлгән.
Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов электросамокаттар менән бәйле проблемаларҙы хәл итергә ҡушты. Бының өсөн айырым юлдар булдырырға һәр машина юлдарына сығыуҙы сикләргә кәрәк, тине ул.
Ул ошо транспорт сараһында хәрәкәт итеүҙе регламентлаштырыу өсөн сит илдәр тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк, ти. Мәҫәлән, Германияла электросамокаттарҙы автомобиль юлдарына сығарыуҙа сикләүҙәр бар. Бынан тыш, был илдә иҫерек килеш самокаттарҙа йөрөгәндәргә бөтә транспорт сараларында йөрөтөү таныҡлыҡтарынан мәхрүм итәләр, ә Рәсәйҙә бары тик 1000-1500 штраф менән генә ҡотолалар икән.
Эш шунда – беҙҙең самокаттар транспорт сараһына тиң түгел. Ғөмүмән, Рәсәйҙә самокатта йөрөүселәрҙең юридик статусы булмауы арҡаһында бик күп бәхәстәр тыуа.
- Ҡайҙа ҡарама электросамокаттарҙа елдерәләр. Иҫерек йәштәр шунда ултыра, Октярь Проспекты, Ленин урамы буйлап юл хәрәкәтенә ҡаршы баралар. Әгәр ҙә сит илдәрҙәге кеүек ҡаты ғына ҡарар индерелһә, юл-транспорт һәләкәттәре лә әҙерәк буласаҡ. Велосипедсылар һәм электросамокатта йөрөүселәр өсөн айырым юлдар кәрәк. Тәртипһеҙ йөрөүҙәр эҙемтәләргә килтереүе кисектергеһеҙ. Бөгөндән алып самокаттарҙың автомобиль юлынан хәрәкәт иткәнен күрһәк, уларҙы туҡтатасаҡбыҙ, протокол төҙөйбөҙ, айырыуса эскән килеш йөрөгән булғандарға, – тине Динар Ғилметдинов.