Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2021, 20:19

Студент отрядтары кәрәкме?

Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында студент отрядтарына ярҙам итеү саралары ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында студент отрядтарына ярҙам итеү саралары ҡаралды.
“Студент отрядтары – йәштәрҙе тормошҡа әҙерләгән, хеҙмәттең ҡәҙерен өйрәткән мөһим һәм кәрәкле осор”, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, республикала 2015 йылда “Рәсәй Студент Отрядтары”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе (БашРО МООО “РСО”) булдырылған. Унда төҙөлөш, педагогик, сервис, ауыл хужалығы, экологик, медицина, ирекмәнлек һәм башҡа йүнәлештәрҙә эштәр алып барыла.
Шулай уҡ 2021 йылда үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары булдырыу өҫтөндә әүҙем эш бара. Унда 100 кешене йәлеп итеү ҡаралған.
“Рәсәй Студент Отрядтары”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендәге йәштәр форумдарында әүҙем ҡатнаша. 2018 – 2020 йылдарҙа байтаҡ проекттар өсөн гранттар отҡан.
2020 йылда Рәсәйҙең 18 төбәгенән 333 студент төҙөлөштә эшләгән. Уларҙың 80е – Башҡортостандан. Студент сервис отрядтарында 118 кеше ҡатнашҡан.
Үткән йылдың хеҙмәт семестры һөҙөмтәһе буйынса 1669 студент эшкә урынлашҡан.
Фото: БР Хөкүмәте сайты.
Читайте нас: