Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 21:14

“Хеҙмәт даны” миҙалы - яҡташтарыбыҙға

Бөгөн баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы.

Бөгөн баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 100 кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы.
Республикала тәүгә тапшырылған был миҙал көмөштән эшләнгән. Йөҙөндә ҡурай сәскәһен ҡосҡан ҡулдар һынландырылған. Уң яғына башаҡ, һул яғына тешле тәгәрмәс ҡуйылған, улар таҫмалар менән уратып алынған. Өҫтөндә - “Башҡортостан Республикаһы”, аҫтында “Хеҙмәт даны” тип яҙылған. Миҙалдың икенсе яғында баҫыу һүрәтләнгән.
Тантаналы сараны асып, Радий Хәбиров был көндөң тарихи булыуын билдәләне.
- Профсоюздар йорто алдындағы майҙан бөгөнгө тантана өсөн юҡҡа һайланманы. Профсоюздар тәү сиратта хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Был наградаларҙы 12 июнь – Рәсәй көнө алдынан биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Өсөнсөнән, был майҙанда бөйөк Мостай Кәримдең һәйкәле тора. Ул - Социалистик хеҙмәт Геройы, үҙ иленең ысын улы һәм тыуған ерен данлаған бөйөк шәхес. Бөгөн был майҙанға төрлө һөнәр эйәләре саҡырылды. Һеҙҙең барығыҙ ҙа республиканың именлеге өсөн үҙ өлөшөн индергән шәхестәр.
Тәүләп миҙалды бүләкләнеүселәр араһынан кемгә бирергә тигән һүҙ сыҡҡас, был мотлаҡ Миләүшә Мортазина булырға тейеш тигән уртаҡ фекергә килдек. Башҡортостан сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән оло шәхес 15 июндә үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк, - тине Радий Фәрит улы.
Миҙалды төрлө һөнәр эйәләренең алыуы иғтибарға лайыҡ. Бүләкләнеүселәр араһында табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре, ғалимдар булыуы ҡыуандыра.
“Хеҙмәт даны” миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙҙың да булыуы ҡыуаныслы. Улар араһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының траматолог-ортопеды Вил Мулланур улы Мөхәмәтов, 20-се мәктәп директоры Владимир Иванович Сатаров һәм Белорет металлургия комбинатының 2-се канат цехы машинисы Александр Викторович Горбачев та бар.
Читайте нас: