Өфөлә, Рәсәй көнө алдынан, республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте подразделениелары өсөн махсус техника тапшырыу тантанаһы үтте. Тантана алдынан яңы техниканы республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны.
Шулайуҡ сарала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төп идаралығының Башҡортостандағы начальнигы Марат Латыпов ҡатнашты.
Йыл башынан 73,5 млн. һумға 38 берәмек янғын-ҡотҡарыу техникаһы һатып алынған, шуларҙың 6 янғын автоцистернаһы Белорет, Туймазы, Нуриман, Өфө райондары һәм Стәрлетамаҡ подразделениеларына тапшырылды.
Техника Башҡортостанда янғын-ҡотҡарыу эштәренең үҫеш стратегияһы программаһына ярашлы, республика бюджет иҫәбенә һатып алынды.
Янғын автоцистернаһы Инйәр янғын часына ла тапшырылды. Етәкселек ҡулынан техниканы Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Альберт Азаматов һәм Инйәр янҡын часы начальнигы Рәил Хисмәтуллин алды.