Кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов сығыш яһаны һәм төбәктәге эпидемиологик хәлдәр менән таныштырҙы.
Уның белдереүенсә, Башҡортостанда балалар араһында коронавирус менән сирләгәндәр арта башлаған. Һүҙ 14 йәшкә тиклемгеләр тураһында бара. Был күренеш 20 майҙан, балалар каникулдарға киткән саҡтан алып теркәлә башлаған. Шуға күрә ведомство балалар һәм үҫмерҙәр күпләп ҡатнашҡан саралар үткәреүҙе сикләргә тәҡдим итте. Шулай уҡ балалар лагерҙарында санитар нормаларҙы үтәү мөһимлеге тураһында әйтелде.
Радий Хәбиров был йәһәттән ковидҡа ҡаршы саралар, шул иҫәптән балалар лагерҙарында, тәҡдим итеүҙе һораны. Уларҙың был аҙнала оператив штаб ултырышында ҡабул ителеүе ихтимал.
Александр Жеребцов башҡа йоғошло сирҙәр тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, үткән аҙна эсендә Башҡортостанда 13 кеше “сысҡан биҙгәге”н йоҡторған. Шуларҙың туғыҙ осрағы Өфөгә тура килә. Билдәле булыуынса, геморрагик биҙгәк бик ауыр үтә торған хәүефле сир, уға ҡаршы иҫкәртеү вакцинаһы юҡ. Шуға күрә һәр кемгә шәхсән һаҡланырға, гигиена һәм санитар талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк.