Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 15:02

Мәскәүҙә ялдар оҙайтыла

Мәскәүҙә, хәл-торошҡа бәйле, әлеге ялдарҙы 18 июнгә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Эш хаҡы һаҡлана.

Мәскәүҙә, хәл-торошҡа бәйле, әлеге ялдарҙы 18 июнгә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Эш хаҡы һаҡлана.
Шулай уҡ 23 сәғәттән 6.00-гә тиклем ресторан һәм клубтарҙа ултырып тамаҡ ялғау мөмкинлеге сикләнеп, аҙыҡты тик алып сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Ҡала парктарында ял һәм күңел асыу объекттары эшләмәйәсәк. Сауҙа үҙәктәрендә балалар клубтары, фудкорттар ябыла.
Беҙҙең республикала сикләүҙәр ундай уҡ кимәлдә булмаһа ла, Роспотребнадзор Өфө дәүләт авиация техник университетын дистанцион уҡыуға күсерергә ҡарар иткән. Был ҡарар Ишембай һәм Күмертау филиалдарына ҡағылмай.
Читайте нас: