Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 11:52

Ҡалай шәп булыр ине

“Әсәләр советы” ижтимағи ойошма лидеры Татьяна Буцкая, ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, 1 млн. һум аҡса түләргә кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.

“Әсәләр советы” ижтимағи ойошма лидеры Татьяна Буцкая, ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, 1 млн. һум аҡса түләргә кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.
Рәсәйҙә демографик хәл әлегә бик ҡатмарлыраҡ, ғаиләләр күпләп бала үҫтерергә ҡурҡыңҡырай, сөнки улар иртәгәһе көнгә бик тә ышанып та бөтмәй. Эш, торлаҡ һәм башҡа бик күп хәл ителәһе мәсьәләләр арҡаһында күп балалылар һаны әлегә аҙыраҡ.
Татьяна Буцкая әйтеүенсә, әлбиттә 1 млн. һум ғына бөтә проблемаларҙы хәл итмәйәсәк, шулай ҙа ундай ғаиләләр өсөн бик тә шәп матди ярҙам булыр ине. Әлегә был тәҡдим генә, бәлки, яҡын киләсәктә тормошҡа ла ашып ҡуйыр, кем белә?
Фото: zen.yandex.com.am
Читайте нас: