Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 17:53

Тәүлек эсендә тағы өсәү вафат булды

Башҡортостанда тәүлек эсендә тағы өс кеше коронавирустан вафат булған. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 16 июндә мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 549-ға еткән.

Башҡортостанда тәүлек эсендә тағы өс кеше коронавирустан вафат булған. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 16 июндә мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 549-ға еткән.
188 кеше стационарҙа дауалана, 27-һенең хәле ауыр, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Әлеге көндә Башҡортостанда 39 656 сирле теркәлгән, бер тәүлектә 95 яңы осраҡ өҫтәлгән. Ауырыу буйынса лидерҙар — Өфө (34), Бәләбәй районы (12) һәм Октябрьский (11).
1 411 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 121 кеше һауығып сыҡҡан. Бөтәһе 37 508 кеше һауыҡҡан.
Бер тәүлектә 106 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән. Пневмониянан һауыҡҡан пациенттар – 106.
Читайте нас: