Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙған брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин балалар өсөн коронавирустан вакцинаның ҡасан барлыҡҡа киләсәген хәбәр итте.
«Хәҙерге ваҡытта балаларға коронавирустан вакцина юҡ. Булған препараттар 18 йәше тулмағандарға тәғәйенләнмәгән. Ләкин һынауҙар бара, сентябрҙә балалар өсөн дә вакцина барлыҡҡа килер тип көтөлә. Шулай уҡ йөклө һәм йөклөлөктө планлаштырған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакцинаны һынауҙар бара. Тәүҙе һөҙөмтәләр ҙә билдәле, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарындағы бала өсөн кире эҙемтәләре юҡ. Эксперттарҙан рәсми һығымталар һәм вакцинаны ҡулланыу инструкцияһына үҙгәрештәр индереүҙе көтәбеҙ», — тине министр.
Алдан хәбәр ителгәнсә, илдә һәм Башҡортостанда 14 йәшкә тиклемге балалар араһында коронавирус йоҡторғандарҙың артыуы билдәләнә. Был күренеш 20 майҙан күҙәтелә.