Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 11:00

Файҙалы депутат Эльвира Айытҡолова - Хәбиров командаһынан

Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында #Хәбировteam #Хәбиров командаһы йыш телгә алына, ләкин уның нимә аңлатыуын барыһы ла белеп бѳтмәй. Ә бит “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарының “Хәбиров командаһы” исеме аҫтындағы форумынан бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. Был тѳшѳнсә тап шунда барлыҡҡа килгәйне. Тѳбәк Башлығы, уның командаһы тураһында республика халҡы ниндәй фекерҙә? Беҙ был һорауҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, алдан тауыш биреүҙә Белорет һайлау округы буйынса еңеп сыҡҡан Эльвира АЙЫТҠОЛОВАға бирҙек.

Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында #Хәбировteam #Хәбиров командаһы йыш телгә алына, ләкин уның нимә аңлатыуын барыһы ла белеп бѳтмәй. Ә бит “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарының “Хәбиров командаһы” исеме аҫтындағы форумынан бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. Был тѳшѳнсә тап шунда барлыҡҡа килгәйне. Тѳбәк Башлығы, уның командаһы тураһында республика халҡы ниндәй фекерҙә? Беҙ был һорауҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, алдан тауыш биреүҙә Белорет һайлау округы буйынса еңеп сыҡҡан Эльвира АЙЫТҠОЛОВАға бирҙек.
- Хәбиров командаһы - тыуған яғының именлеге һәм үҫеше ѳсѳн эшләгән барлыҡ республикабыҙ халҡы, минеңсә. Республика Башлығының йәмғиәтте туплауға, властың асыҡлығына, иҡтисади ынтылышҡа, тотороҡло үҫешкә һәм социаль именлеккә алған курсын хуплаған кешеләр. Үҙем, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе һәм “Берҙәм Рәсәй” ағзаһы булараҡ та, республика Башлығы алып барған позитив үҙгәрештәргә ѳлѳш индерергә тырышыуым менән ғорурланам, - ти Эльвира Ринат ҡыҙы. - Мин Учалы районында тыуып үҫтем, Белорет ҡалаһында уҡыным, студент йылдары һәм барлыҡ хеҙмәт юлым Ѳфѳ менән бәйле. Баш ҡалабыҙҙы яратам һәм уны кешеләр ѳсѳн уңайлы, заманса итеү, шул уҡ ваҡытта тарихын һәм рухын һаҡлап алып ҡалыу ѳсѳн Хәбировтың командаһы күпме тырышлыҡ һалыуын күрәм. Эш буйынса ярты Рәсәйҙе йѳрѳп сыҡтым. Шундай ҙур илебеҙҙә тыуған тѳйәгем - Яңы Байрамғол ауылы барлығына ҡыуанам. Шуның ѳсѳн Радий Хәбировтың инициативаһына ихлас ҡушылдым һәм “Атайсал” проекты сиктәрендә ауылдаштарым ярҙамы менән “Фәиз шишмәһе”н тѳҙѳкләндереүгә ҡушылдым.
Эльвира Айытҡолова, депутат булараҡ, иң элек ҡануниәт эшенең һѳҙѳмтәлелеген күтәрергә тырыша. Ғаилә һәм балаларҙы яҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, һаулыҡ һаҡлау һәм киң мәғлүмәт сараларына ҡағылышлы проблемалар уға айырыуса яҡын.
- Беҙ әҙерләп ҡабул иткән закондар кешеләр файҙаһына эшләүе ҡыуандыра. Мәҫәлән, балаларҙың йәйге ялын регламентлау, һаулығы буйынса проблемалы балаларҙы яҡлау, бәлиғ булмағандарға зыян килтергән эсемлектәрҙе, тарта торған ҡушылмаларҙы, кѳнкүреш газын һатыуҙы тыйыу, шау-шыуға ҡаршы кѳрәш тураһында закон, - ти депутат. - Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла Хәбиров командаһында тиергә була. Милли культураны үҫтереү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, патриотизмды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегебеҙ тулыһынса республика етәксеһенең курсына тап килә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм яугирҙарының исемдәрен мәңгеләштереү буйынса Ҡоролтайҙың эше быға дәлил.
Һүҙен йомғаҡлап, Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған осраҡта, республика халҡының проблемаларын белеүҙе һәм тѳбәк кимәлендә ҡануниәт тәжрибәһен граждандарҙың, айырыуса балалы ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар ҡабул итеүҙә файҙаланырға ниәтләнеүен, был бѳгѳнгѳ мәсьәләләрҙе республика һәм илебеҙ мәнфәғәтендә тағы ла юғарыраҡ кимәлдә хәл итеү ѳсѳн киң мѳмкинлектәр асыуын белдерҙе.
Читайте нас: