Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 22:54

Фольклориадаға - милли асылмалы ҡурсаҡтар

VI Бөтә донъя CIOFF ® фольклориадаһына "Ағиҙел” сәнғәт әйберҙәре кәсебе унитар предприятиеһы ошо көндәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемендәге, эпос батырҙарына бағышланған матрёшкаларҙы етештереү эшен тамамлаясаҡ.

Ике меңдән артыҡ сувенир матур итеп ҡулдан биҙәп яһалған. Милли кейемдәрҙәге матрёшкаларҙы эшләү идеяһы осраҡлы ғына рәүештә тыумаған, Рәсәйҙең танылған символдарының береһе булараҡ, һүтелеүле был ағас ҡурсаҡ бик тәрән мәғәнәгә эйә. Сувенирҙарҙы етештереү алдынан “Ағиҙел” хеҙмәткәрҙәре райондар буйлап экспедицияларға сыға, ғилми хеҙмәттәргә иғтибар итеп, этнографтар мәғлүмәттәренә таянып эш итә.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: