Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 13:50

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға коронавирустан вакцинация башланыуы ихтимал

Башҡортостанда киләһе аҙнала уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға коронавирустан вакцинация башланыуы ихтимал.

Башҡортостанда киләһе аҙнала уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға коронавирустан вакцинация башланыуы ихтимал.
Был турала 22 июндә Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эпидемиологы, республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
«Спутник V» вакцинаһын клиник һынау уның хәүефһеҙлеген раҫланы.
«Спутник V» вакцинаһын һынау барышында ҡатнашыусыларҙың 21 ауырға ҡалыу (өс айҙан һигеҙ айға тиклем) осрағы теркәлгән. Гамалея үҙәге ошо ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡурҡыныс кире эҙемтәләрҙең асыҡланмауын хәбәр итте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вакцинаның йөклөләр өсөн хәүефһеҙ булыуы тураһында мәғлүмәттәр алды , – тине Азат Мөхәмәтйәнов. — Ҡатын-ҡыҙ вакцина алғандан һуң препарат уны ғына түгел, имеҙгәндә яңы тыуған сабыйҙарҙы ла һаҡлай».
Фото: foxsnews.ru
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: