Бөгөн Башҡортостанға «Гам-Ковид-Вак»» («Спутник V») вакцинаһының яңы партияһы килтерелде – 18 900 доза.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, препараттар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларына бүленә.
Киләһе партия – 100 меңдән ашыу доза, федераль үҙәктән яҡынса мәғлүмәт буйынса, киләһе аҙнала килтерелә.
Әлеге ваҡытта республикала 179 вакцинация пункты (шул иҫәптән күсмә) эшләй. Вакцинация пункттарының эш ваҡыты:
— медицина ойошмаларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ;
— сауҙа үҙәктәрендә эш көндәрендә – көндөҙгө 1-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр, ял көндәрендә (байрамдарҙа) иртәнге 10-дан киске 8-гә хәтлем.
Тиҙҙән ҡайһы бер пункттарҙа һәм медицина ойошмаларында вакцинаның етмәүе ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр. Медицина ойошмаһына вакцина килтерелгәс, яҙылғандар вакцинацияға саҡырыла.
Бөгөнгә Башҡортостанда 462 067 кеше коронавирустан вакцинаның беренсе компонентын алған.